Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 02:14
Победа 1945-2020

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылайбыҙ

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар

1-8 май

Нимә: "Георгий таҫмаһы" акцияһы
Ҡайҙа: Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл райондары, Яңауыл, Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары сайттарында онлайн-флешмоб
Ентекләберәк: онлайн-форматта үтә

9 май

Нимә: "Үлемһеҙ полк" акцияһы
Ҡайҙа: бар илдең медиаэкрандарында, онлайн-кинотеатрҙарҙа, телеканалдар эфирында, социаль селтәрҙәрҙә, «Бессмертного полка России» порталында трансляциаланасаҡ.
Ентекләберәк: онлайн-форматта үтә. Бының өсөн ата-бабаларыбыҙҙың фотоһын https://2020.polkrf.ru/ адресы буйынса беркетеп, геройы тураһындағы анкетаны тултырырға кәрәк.

Нимә: "Тынлыҡ минуты" Бөтә Рәсәй акцияһы
Ҡайҙа: Бар илдә
Ентекләберәк: 19.00 сәғәттә, онлайн-форматта үтә. Бөтә эфирҙар ҙа "Тынлыҡ минуты"на бүленәсәк. Артабан кешеләргә балкондарға сығып йәиһә тәҙрә янына баҫып, ҡулдарына ветеран портретын тотоп, "Еңеү көнө" йырын башҡарырға кәңәш ителә.

Нимә: "Еңеү фонарҙары" Бөтә Рәсәй акцияһы
Ҡайҙа: Бар илдә
Ентекләберәк: 23.45. сәғәттә, онлайн-форматта үтә.
23.45 сәғәттә кешеләр, ҡулдарына фонарь алып, балконға сыға йәиһә тәҙрә янына баҫа. Был шәм, фонарь, телефон яҡтыһы булырға мөмкин. Акцияның маҡсаты - "Үлемһеҙ полк" менән бергә урамға сыға алмаған саҡта берләшеүҙе күрһәтеү һәм тойоу.

18 май

Нимә: "Музей төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы
Ҡайҙа: Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле райондары, Яңауыл, Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары музейҙарында
Ентекләберәк: Мастер-кластар, экскурсиялар онлайн форматта

Май

Нимә: "Хәтер баҡсаһы" акцияһы
Ҡайҙа: Краснокама районы Николо-Березовка ауылы
Ентекләберәк: Ветерандар, учреждение, ойошма коллективтары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында акция сиктәрендә ағастар ултыртыу.

Нимә: ArtNeft.FEST ауыл һәм ҡала сәнғәтенең халыҡ-ара фестивале
Ҡайҙа: Нефтекама ҡалаһы
Ентекләберәк: урам рәссамдары конкурсы, биналар фасадтарын Еңеүҙең 75 йыллығына биҙәү.




*Иҫкәрмә. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Зинһар өсөн, изоляция шарттарын һаҡлағыҙ, өйҙәрегеҙҙә ҡалығыҙ! Сараларҙы үткәреүҙә бик аҙ кешеләр генә ҡатнаша. Уларҙың нисек уҙыуы тураһында гәзитебеҙҙең баҫма һәм электрон версияларында яҙып сығырбыҙ.




Читайте нас: