Ҡурай
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 17:15
Победа 1945-2020

Мемориаль комплекс асылды

Ошо көндәрҙә Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған мөһим ваҡиға булды – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәм Еңеү яулап ҡайтҡан яҡташтар хөрмәтенә мемориал комплекс асылды. Ул ауылдың иң матур ерендә урынлашҡан.

Мемориаль комплексты ҡуйыу район хаҡимиәте ярҙамы, Иҫке Соҡор ауылы халҡы һәм был ауылда тыуып-үҫкән яҡташтар ярҙамында башҡарылды. Комплекстың проекты, архив мәғлүмәттәре, эшләтеү, ҡайтартыу мәсьәләләре менән Рамил һәм Ҡамил Исмәғилевтар, Бәхтегәрәй Арманшин шөғөлләнһә, урнаштырыу эштәре буйынса уларға Илүс Сәйетов, Юрис Яхин, Ришат Ғәлиев, Альберт Яхин һәм башҡалар ярҙам итте.

Яҡты киләсәгебеҙ, тыныс тормош өсөн ғүмерҙәрен биргән ауылдаштарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Был көндө һәр кемдең шатлығы сикһеҙ ине. Мемориаль комплексҡа сәскәләр һалыусылар араһында олоһо ла, кесеһе лә бар ине. Был урын яугир яҡташтарыбыҙ рухы алдында баш эйеү урыны булһын! Батырлыҡ – мәңгелек!

Читайте нас: