0 °С
Болотло
Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы йыл һайын республикала 14 декабрҙә билдәләп үтелгән Башҡорт теле көнөнә бағышланған марафонға ҡушылды.
Сара тантаналы линейканан башланды, артабан гимназистар өсөн Нефтекама дәүләт филармонияһы солистары һәм гимназия уҡыусылары сығыш яһаны.
Раян Алтыншин башҡарған оҙон йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, зал уның сығышын көслө алҡыштарға күмде. Уҡыусылар “Виктория” бейеү ансамбле солистары башҡарыуында “Ҡара юрға” бейеүен дә ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Сара башҡорт дискотекаһы менән тамамланды.