Нефтекама ҡалаһының Ғаилә хеҙмәтендә коррекция-үҫеш төркөмө асылды — балаларын өйҙә ололар ҡарауынан тыш ҡалдырырға теләмәүселәр өсөн был яҡшы ярҙам.
Төркөмгә аҙ килемле һәм күп балалы ғаиләләрҙән йәки социаль оҙатыуҙа булған ғаиләләрҙән 3 йәштән һәм 14 йәшкә тиклемге балалар йыйыла. Балалар менән аҙнаға ике тапҡыр реабилитация эше буйынса белгес, логопед һәм психолог шөғөлләнә. Өҫтәүенә, төркөм менән генә түгел, индивидуаль шөғөлләнеү ҙә ҡаралған.
Ғаилә хеҙмәте белгестәре, ғаиләләр уларҙың эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт ҡалыр, тигән ышаныста. Төркөмдәр өсәр ай эшләйәсәк.