Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Август 2022, 14:01

Нефтекамала аш-һыу оҫталары эшләй

Нефтекама ҡалаһы командаһы «Аш-һыу эше оҫталары» республика төбәк конкурсында еңеү яуланы.

Нефтекамала аш-һыу оҫталары эшләй
Нефтекамала аш-һыу оҫталары эшләй

Нефтекама ҡалаһы командаһы «Аш-һыу эше оҫталары» республика төбәк конкурсында еңеү яуланы.

Конкурста төньяҡ-көнбайыш төбәктең ете муниципаль берәмеге ҡатнашты: Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Краснокама, Борай, Балтас, Илеш, Тәтешле райондары урындағы кимәлдә алдан һайлап алыу үткән.

Конкурста ҡалабыҙҙы 1-се гимназияның ашнаҡсылар командаһы («Гранд-питание» йәмғиәтенең туҡланыу операторы) тәҡдим итте. Ярыш сиктәрендә ҡатнашыусыларҙың аш-һыу әҙерләү һәләттәре һәм сәләмәт туҡланыу принциптары тураһында белемдәре баһаланды.

Төбәк конкурсы йомғаҡтары буйынса ярыштарҙа Нефтекама ҡалаһы командаһы еңеүсе тип танылды.

 

Нефтекамала аш-һыу оҫталары эшләй
Нефтекамала аш-һыу оҫталары эшләй
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: