Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Апрель 2023, 16:02

Бында мәктәп буласаҡ!

Нефтекамала яңы мәктәпкә нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. 1225 урынлыҡ мәктәп «ПроШкола» менән концессия килешеүе буйынса 2024 йылдың ноябренә төҙөләсәк.

Бында мәктәп буласаҡ!
Бында мәктәп буласаҡ!

Нефтекамала яңы мәктәпкә нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. 1225 урынлыҡ мәктәп «ПроШкола» менән концессия килешеүе буйынса 2024 йылдың ноябренә төҙөләсәк.

Мәктәптең дөйөм майҙаны 25 429 квадрат метр тәшкил итәсәк. Төрлө ҡатлы блоктарҙа уҡыу кластары һәм кабинеттары менән ике дүрт ҡатлы блок, ашханаһы һәм тамашалар залы менән өс ҡатлы блок, спорт-уйын залдары менән ике ҡатлы блок буласаҡ.

Майҙаны 3184,3 квадрат метрлыҡ физкультура-спорт зонаһы ла ҡаралған. Ул хәрәкәт уйындары һәм гимнастика өсөн майҙансыҡтарҙы, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтарын, йүгереү юлдары менән универсаль майҙансыҡтарҙы үҙ эсенә аласаҡ.

Бында мәктәп буласаҡ!
Бында мәктәп буласаҡ!
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: