Ҡурай
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель 2023, 13:26

Нефтекамала махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге асылды

Нефтекамала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәген асыу тантанаһы үтте.

Үҙәк Нефтекама халҡына барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итәсәк. Бында шулай уҡ социаль ярҙам саралары, реабилитация һәм протезлау һорауҙары, эш эҙләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә, дуҫтар һәм хеҙмәттәштәр менән ваҡытты файҙалы уҙғарырға мөмкин.

Үҙәктең яҡты иркен кабинеттары, заманса шарттар үҙ проблемаңды хәл итергә, фекерҙәштәр компанияһында ял итергә мөмкинлек бирә. Йыйылыштар залында локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, яугирҙар һәм уларҙың туғандары менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм саралар уҙғарыласаҡ.

Кабинеттарҙың береһе - киң профилле белгестәр, айырым зона психолог ҡабул итеү өсөн ҡулайлаштырылған, балалар өсөн дә айырым зона булдырылған. Аш-һыу бүлмәһендә сәй эсергә йәки күңелле ваҡиғаны билдәләргә мөмкин. Килеүселәр ял итһен һәм көсөргәнешлекте кәметһен өсөн бөтәһе лә эшләнгән.

Нефтекамала махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге асылды
Нефтекамала махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге асылды
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: