+14 °С
Болотло
Нефтекама ҡалаһының Касево биҫтәһендә йөҙөү бассейны һәм уйын залы булған «Амфибия» спорт комплексы төҙөлөшөнә нигеҙ һалынды.
Әлеге ваҡытта 9-сы мәктәп янында эштәр әүҙем бара, ә киләһе йылда бында «Амфибия» физкультура-һауыҡтырыу комплексы күтәреләсәк. Ҙур йөҙөү бассейны, уйын һәм спорт залдары, баскетбол, волейбол, мини-футбол өсөн майҙансыҡ, заманса тренажёрҙар - быларҙың барыһы ла Нефтекама халҡы өсөн асыҡ буласаҡ.
Бында йылына 500 меңдән ашыу кеше спорт менән шөғөлләнә аласаҡ. Был ҡала халҡының спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк.