Ҡурай
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Май 2023, 15:21

Нефтекама мәктәптәрендә Татар аш-һыуы көнө үтте

Нефтекама мәктәптәрендә уҙған Татар аш-һыуы көнөндә татар халҡының кулинария сәнғәте серҙәре менән танышырға, шулай уҡ традицион милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә мөмкин булды.

Шуны билдәләү мөһим, милли аш-һыу көндәре мәктәп уҡыусыларын республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың йолалары менән таныштырыу маҡсатында ай һайын ҡаланың белем биреү учреждениеларында үткәрелә.

Бер үк ваҡытта мәктәптәрҙә "Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу өсөн!" берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө иғлан ителде, уның сиктәрендә уҡыусыларҙың ата-әсәләре мәктәп ашханаларында булды, яҙғы-йәйге миҙгелгә төҙөлгән яҡынса меню менән танышты, ағымдағы көн ризыҡтарын тәмләп ҡараны, шулай уҡ туҡланыу операторҙарынан бөтә һорауҙарына яуаптар алды.

Нефтекама мәктәптәрендә Татар аш-һыуы көнө үтте
Нефтекама мәктәптәрендә Татар аш-һыуы көнө үтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: