Дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары, студенттар, йәш эшҡыуарҙар, Нефтекама уҡытыусылары «Ергә йәшәргә!» муниципаль-ара экология фестивалендә ҡатнашты.
Сара «Йәштәр өсөн төбәк» программаһы сиктәрендә «Росмолодежь» йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы, БР-ҙың Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте булышлығында уҙҙы.
Форум ҡунаҡтары «Экологик лаборатория», «Проект офисы», «Экологик квест» һәм «Моданың аныҡ хаҡы» тренд-сессияларында ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар осрашыу барышында республикабыҙ тәбиғәтенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе, экология йылына арналған сараларҙы тормошҡа ашырыу формаларын ҡараны. Эшлекле аралашыуҙың күп өлөшө йәштәр хәрәкәттәре һәм йәмәғәт берләшмәләренең тәҡдимдәренә һәм эштәренә арналды.