Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Май 2023, 09:40

Нефтекамала «Әсә фест» фестивале үтте

Нефтекамала Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) булышлығында «Йәштәр өсөн төбәк» проектын тормошҡа ашырыу барышында бик шәп сара - «Әсә фест» фестивале ойошторолдо.

Фестиваль барышында әсәләр ваҡытты ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрҙе. Спикерҙар - үҙ эшенең остаздары, ата-әсәләр өсөн файҙалы оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, һәр көнгә макияж дәрестәре, бизнес кәңәштәре, балалар һаулығы буйынса кәңәштәр, бөтә ғаилә өсөн тәмле иртәнге аш серҙәре әҙерләгән.

Психологтар һәм уҡытыусылар нисек бәхетле һәм уңышлы бала тәрбиәләү хаҡында һөйләне, әсәләр менән бергә заманса быуын проблемаларын тикшерҙе, тәжрибәле табиптар балалар һаулығы буйынса кәңәштәр бирҙе. Әсәләр шулай һәр көнгә макияж дәрестәре, декретта булғанда уңышлы эш асыу өсөн бизнес кәңәштәре, һәм, әлбиттә, бөтә ғаилә өсөн тәмле иртәнге аш серҙәрен алды.

Нефтекамала «Әсә фест» фестивале үтте
Нефтекамала «Әсә фест» фестивале үтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: