Ҡурай
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август , 13:13

Нефтекамалағы инклюзив театрға!

Өфө фән һәм технологиялар университетының Нефтекама филиалы студенты Радик Нафиҡов волга буйы федераль округының «іВолга»йәштәр мәғариф форумы проекттарының грант конкурсында еңеүсе булды.

Быйыл Форумда Рәсәйҙең 71 төбәгенән ике мең кеше ҡатнашты. Сара сиктәрендә бер нисә грант конкурсы үтте.

Уларҙың береһендә – Волга буйы федераль округы проекттары конкурсында – «Ирекмәнлек» йүнәлеше буйынса «Инклюзив театр» проектын тәҡдим иткән Радик Нафиҡов еңеүсе булды.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Радик үҙе – Илмира Алетдинова етәкләгән Нефтекама ҡалаһының инклюзив театрында ҡатнашыусы һәм актер. «Инклюзив театр» проекты үҙенең үҫешенең яңы этабын башлай.

Нефтекамалағы инклюзив театрға!
Нефтекамалағы инклюзив театрға!
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас в