Ҡурай
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Сентябрь 2023, 14:05

Нефтекамала мемориаль таҡтаташ асылды

Бөгөн махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған 10-сы мәктәпте тамамлаусы Павел Замурагин хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Нефтекамала мемориаль таҡтаташ асылды
Нефтекамала мемориаль таҡтаташ асылды

Бөгөн махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған 10-сы мәктәпте тамамлаусы Павел Замурагин хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Павел Замурагин Нефтекама ҡалаһының 10-сы мәктәбе уҡыусыһы була һәм уны 2017 йылда уңышлы тамамлай. Ул әсәһен иртә юғалта, малайҙы уның инәһе Татьяна Михайловна тәрбиәләй, Павел уны әсәй тип атай һәм бик ярата. 9 класты тамамлағандан һуң ул Нефтекама нефть колледжына "ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә яҡлау" һөнәре буйынса уҡырға инә һәм уны 2021 йылда уңышлы тамамлай. Шул уҡ йылда ул хәрби хеҙмәткә барырға ҡарар итә һәм контракт төҙөй. Павел ҡыҙыу нөктәләр аша үтте, Сүриәлә булды. 2023 йылда ул өйләнә һәм махсус операцияға үҙ теләге менән барырға була, шунда һәләк була.

Һәләк булғанды бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, йыйылыусылар мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды.

Нефтекамала мемориаль таҡтаташ асылды
Нефтекамала мемориаль таҡтаташ асылды
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: