Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Февраль 2021, 00:10

Ярты быуат матбуғат менән.

Тәтешле районының Борғонбаш ауылында йәшәүсе Лүзә апай Шәмсиева «Ҡыҙыл таң» ға яҙылыусылар араһында уйнатылған тегеү машинаһы отто.

Үҙенең 81 йәшендә һис кенә лә тик ултырмай Лүзә апай. Ихатаның йәме - һыйырҙа, тип, иртә таңдан малкайы янына ашыға. Мөрйәһенә ягып, өйөн йылытҡас, бер ҡосаҡ гәзит-журналдарын уҡырга ултыра. Эшен төрләндереп, бәйләмен ала. Йәш сағында бер генә концерт-спектакльдән дә ҡалмаған Лүзә апай бөгөн дә таҡмаҡтар ижат итә. Ул юлдарҙа хис-тойғолар, башынан кискәндәр, аҙрак тоҙло-боросло дөрөҫлөк тә ярылып ята.

- Инде, балалар, гәзиттәргә яҙылыр өсөн киләһе ярты йыллыҡтың ташламалы ун көнлөгөн көтөп торам. Иҫән-аман булһаҡ, гәзиттән айырылмабыҙ, - тип ҡыҙылтаңсыларға ҙур сәләмдәрен һәм рәхмәттәрен еткереп ҡалды ул".
Читайте нас в