Ҡурай
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Июнь 2022, 16:22

Федераль план сиктәрендә алдағы биш йылда Башҡортостан трассалары яңыртыла

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте бойороғо менән 2023-2027 йылдарға юлдар төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау буйынса 250-нән ашыу саранан торған исемлек раҫланды.

Федераль план сиктәрендә алдағы биш йылда Башҡортостан трассалары яңыртыла
Федераль план сиктәрендә алдағы биш йылда Башҡортостан трассалары яңыртыла

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте бойороғо менән 2023-2027 йылдарға юлдар төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау буйынса 250-нән ашыу саранан торған исемлек раҫланды. Ул федераль, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы трассаларға ҡағыла. Маҡсаты – 105 ҙур агломерацияла юлдарҙың 85%, төбәктәрҙә иһә юлдарҙың 50% ашыуын норматив хәлгә килтереү.Трассаларҙы киңәйтеү иҫәбенә уларҙың үткәреү һәләте арта, 46 ҙур ҡаланың  урау юлы һалына, был инде урындағы халыҡҡа һәм водителдәргә уңайлы шарттар тәьмин итергә тейеш.Автотрассаларҙы яңыртыу, киңәйтеү һәм төҙөү өсөн федераль бюджеттан 5 триллион һумдан ашыу аҡса бүленә.

Исемлеккә индерелгән объекттар араһында – Башҡортостан юлдары һәм автотрасса участкалары. Атап әйткәндә, Дүртөйлө – Әчит трассаһы участкаһын, Кушнаренко һәм Бөрө райондарында Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлын төҙөү, Көнсығыш сығыу юлы төҙөү, Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙың бер нисә участкаһын реконструкциялау.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:
Читайте нас: