Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Февраль 2021, 14:26

Мәктәпкә яңы тәҙрәләр кәрәк!

Ағиҙел ҡалаһының 2-се мәктәбе Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында беренсе йыл ҡатнашмай.

Быйыл да мәктәп ошо программала ҡатнашып, тәҙрәләрҙе яңыртырға булды. Мәктәп коллективы ата-әсәләр менән ике йыйылыш үткәрҙе. Беренсеһендә 35 кеше ҡатнашһа, икенсеһе онлайн-форматта үтеп, 137 ҡатнашыусыны йыйҙы. Йыйылышта барыһы ла мәктәптең тәҙрәләрен алыштырырға кәрәк, тигән мәсьәлә менән ризалашты.
Тәҙрә алыштырыу буйынса капиталь ремонтҡа смета буйынса 1 056 000 һум аҡса талап ителә. Сумманың 15 проценты ҡала бюджетынан алынасаҡ, ә халыҡ 5 процентын йыясаҡ.
Урындағы башланғыстарны яҡлау программаһында еңеү барыһын да ҡыҙыҡһындыра, мәктәптә бының өсөн күп саралар үткәрелә. Уҡыусылар араһында “Беҙ йылы мәктәп яҡлы” тип аталған һүрәт конкурсында ҡатнаштылар, “Ҡағыҙҙы йылы тәҙрәләргә алыштырабыҙ!” тигән макулатура йыйыу буйынса акция үтте, уҡытыусылар ҙа флеш-моб үткәрергә йыйына. “Хәүефһеҙ тәҙрәләр” тигән акцияға МЧС белгесен саҡырҙылар.
Конкурста еңеү өсөн ышаныс ҡына етмәй, ҡатнашыу ҙа кәрәк. Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас в