Ҡурай
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ноябрь 2021, 11:03

Белем алырға — яңы автобуста

Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ ауылы интернат-мәктәбенә яңы автобус асҡысы тапшырылды. 

Белем алырға — яңы автобуста
Белем алырға — яңы автобуста

— Был автобус минең тормошомда дүртенсе, — ти мәктәп автобусы водителе Фәрис Латыпов. — ПАЗ маркалы яңы автобус, 33 ултырыу урыны бар. Быныһы ҙурыраҡ, элеккеһе 22 урынлы ине.

— Водитель тәжрибәле һәм яуаплы, — тип һүҙгә ҡушыла Яңы Ҡайынлыҡ мәктәбе директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлфинә Сабирйәнова. — Балаларҙы йөрөткәндә уңайлы булһын өсөн автобус кәрәкле йыһаздар менән тулыландырылған: уңайлы ултырғыстар, хәүефһеҙлек ҡайыштары, тахограф, салонды йылытҡыстар, багаж өсөн стеллаждар. Автобуста балалар олимпиада, конкурс, экскурсияларға бара аласаҡ. Балаларҙы йөрөтөү буйынса талаптар ҡатғи, шуларҙың береһе — мәктәп автобусының йәше ун йылдан артмаҫҡа тейеш. Балалар, уларҙың именлеген хәстәрләгән өсөн район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә ҙур рәхмәт. Хәҙер Яңы Татыш, Бурныш, Яңғыҙнарат, Иҫке Ҡайынлыҡ ауылдары уҡыусылары яңы автобуста йөрөп уҡыясаҡ.

Белем алырға — яңы автобуста
Белем алырға — яңы автобуста
Белем алырға — яңы автобуста
Автор:
Читайте нас: