Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ғинуар 2019, 23:41

Күренекле татар йырсыһы Илһам Шакиров вафат булды

Ҡазанда 84-се йәшендә күренекле татар йырсыһы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһам Шакиров вафат булды.

Ҡазанда 84-се йәшендә күренекле татар йырсыһы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһам Шакиров вафат булды. Ул оҙайлы ауырыуҙан һуң арабыҙҙан китте, тип хәбәр итә Татар-информ.
Илһам Шакировтың 59 йылдан ашыулыҡ ижади тормошо бер коллектив — 1960 йылда эстрада солисы булып эшләй башлаған Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы менән бәйле.
Илһам Шакировтың репертуарында халыҡ, классик һәм эстрада әҫәрҙәре, шул иҫәптән үҙе ижад иткәндәре, ҡаҙаҡ, үзбәк, азербайжан, ҡарағалпаҡ һәм башҡорт халыҡтары йырҙары бар ине. Тыңлаусылар уның башҡарыуында «Хуш, ауылым», «Ҡара урман», «Һандуғас», «Аҡ ҡалпаҡ», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Йәшлегемә йүгереп ҡайтыр инем», «Һин сазыңды уйнаның» һәм башҡа бик күп йырҙарын хәтерендә ҡалдырҙы. Илһам Шакиров — Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Алтын Аполлон» наградаһы эйәһе.
Ул башҡорт композиторҙары йырҙарын да башҡарҙы, ә уның репертуарындағы йыр ынйыларын башҡорт эстрадаһы йырсылары ла йырланы. Артисты башҡорт сәхнәһе йондоҙҙарының күбеһе менән ижади дуҫлыҡ бәйләне. Йырсыны Татарстанда ла, Башҡортостанда ла яраттылар.
Татар сәнғәте легендаһы менән хушлашыу 18 ғинуарҙа М. Йәлил исемендәге Опера һәм балет театрында иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Көндөҙгө 1 тула 15 минутта «Мәржәни» мәсете ҡаршыһында йыназа намаҙы уҡыла. Илһам Шакиров Яңы биҫтәләге татар зыяратында ерләнә.
http://www.bashinform.ru/bash/1261868/
Читайте нас: