+7 °С
Болотло
Рәсәй Президенты Владимир Путин бала тыуыуға һәм уны ҡарауға бәйле берҙәм пособие тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ дүшәмбе, 21 ноябрҙә, рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Ошо законға ярашлы, 2023 йылдың 1 ғинуарынан балаға 17 йәш тулғансы универсаль пособие, шулай уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға пособие индерелә.
Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең мөлкәт менән тәьмин ителеше һәм ата-әсәнең мәшғүллеге иҫәпкә алына.