Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
12 Август 2021, 12:37

Ҡайһы йортта балалар спорт менән нығыраҡ дуҫ?

Был аҙнала Ағиҙел ҡалаһы ихаталары гөрләп тора: физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре "Спорт менән шөғөләнеүсе иң яҡшы йорт" конкурсын үткәрә.

Ҡайһы йортта балалар спорт менән нығыраҡ дуҫ?
Ҡайһы йортта балалар спорт менән нығыраҡ дуҫ?

Һәр йортта балалар команда ойоштороп, төрлө спорт һынауҙарын үтә. Ойоштороусылар һөҙөмтәләрҙе теркәп бара, конкурс тамамланғас, иң яҡшы йортто билдәләйәсәктәр.

Беренсе ярыштар Тыныслыҡ урамындағы 9-сы йортта үтте. 6 йәштән башлап 13 йәшкә тиклем балалар "Тик-Ток" командаһын ойоштороп, туп атыуҙа, һикереүҙә, йүгереүҙә һәм башҡа һынауҙарҙа ҡатнашты. Сарала ҡатнашҡан һәр бала татлы бүләк алды.

 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: