Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2018, 19:27
Юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә
Һәләк булыусылар һаны былтырғы күрһәткестән 5,4% артҡан
Башҡортостан буйынса Дүәлт автоинспекцияһы ағымдағы йылдың 10 айына йомғаҡ яһаны. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, юл фажиғәләренең 0,3%, йәрәхәтләнеүселәрҙең 3,2% кәмегән ваҡытта һәләк булыусылар һаны былтырғы күрһәткестән 5,4% артҡан. Республиканың 23 ҡала һәм районында ошо күрһәткестең артыуы күҙәтелә.
Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе Өфөлә булған, унда 50 кешенең, Өфө районы биләмәһендә — 21, Мәләүездә — 20, Иглиндә —19, Туймазыла 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Өфөлә, Сибайҙа, Бүздәк, Борай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Салауат райондарында аварияларҙың артыуы күҙәтелә.
Автомобиль һәләкәттәренең төп төрҙәре: машиналарҙың бәрелешеүе — юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм күләменән 44% һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу – 28% ашыу.
Өфө, Салауат ҡалаларында һәм Учалы, Архангел, Благовещен, Дәүләкән, Краснокама, Мишкә, Күгәрсен, Салауат райондарында балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл фажиғәләренең артыуы билдәләнгән.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан