Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2018, 11:03
Имбирь менән дуҫлаш
Имбирь тәмәкене ташларға ла ярҙам итә.
Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин кәштәләрендә лә күбәйҙе.
Баҡтиһәң, имбирь менән дуҫлашыу тәмәкене ташларға ла ярҙам итә. Ул витаминдар, микроэлементтар, эфир майҙарына бай. Үҙегеҙ менән һәр ваҡыт имбирь йөрөтөгөҙ, тәмәке тартаһы килһә, уның тамырын сәйнәгеҙ. Ул кәнфит һурыуҙан күпкә һөҙөмтәлерәк.
Бынан тыш, имбирлы эсемлек әҙерләргә була. Уртаса ҙурлыҡтағы имбирь тамырын ҡырғыстан үткәрергә, уға бер лимон һуты һәм 100 миллилитр ҡайнар һыу ҡушырға. Теләгән кеше бер сәй ҡалағы бал да өҫтәй ала. Имбирь – йүтәлгә яҡшы дауа. Тәмәкесене йүтәл борсоғанда унан да һөҙөмтәлерәк сара табыу ауыр. Был эсемлекте көн дауамында аҙ-аҙлап эсергә кәрәк. Ул организмды токсиндарҙан таҙарта, никотинға тартылыуҙы еңергә ярҙам итә.
http://bashgazet.ru/zdorove-vsem/33489-imbir-menn-dulash.html
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан