Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 14:45

Владимир Путин Ҡытай министры менән осрашты

Владимир Путин Ҡытай министры менән осрашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бочаров Ручей резиденцияһында Ҡытай Халыҡ Республикаһының сит ил эштәре министры Ван И менән осрашты. Улар ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Осрашыуҙа Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Президенттың ярҙамсыһы Юрий Ушаков, Рәсәйҙең Ҡытайҙағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Андрей Денисов, Ҡытай яғынан сит ил эштәре министры урынбаҫары Чжан Ханьхуэй, Европа һәм Үҙәк Азия илдәре департаменты директоры Сунь Линьцзян, Ҡытайҙың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ли Хуэй ҡатнашты.
#ВладимирПутин
Фото: РФ Президенты сайтынан
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/vladimir-putin-ytay-ministry-men-n-osrashty/
Читайте нас в