Ҡурай
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2019, 10:10

Владимир Путин ҡул ҡуйҙы: аэропорттар яңы исем йөрөтәсәк

Владимир Путин илдең ҡырҡтан ашыу аэропортына исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин илдең ҡырҡтан ашыу аэропортына исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Домодедово хәҙер – ғалим Михаил Ломоносов, Внуково – авиаконструктор Андрей Туполев, Шереметьево шағир Александр Пушкин исемен йөрөтә. Шулай уҡ, мәҫәлән, Минераль Һыуҙарҙағы аэропортҡа – Михаил Лермонтов, Симферополдәгенә – рәссам Айвазовский, Воронеждағына – Петр Беренсе исеме бирелде.
Өфө аэропорты иһә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтә башланы.
#ВладимирПутин
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Фото: kremlin.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/vladimir-putin-ul-uy-y-aeroporttar-ya-y-isem-y-r-t-s-k/
Читайте нас в