Ҡурай
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 00:00

Йондоҙнамә (22 - 28 июль)

Йондоҙнамә (22 - 28 июль)

22 – 28 июль
ҠУҘЫ
Был аҙна пландар ҡороу өсөн бик уңайлы мәл. Ҡурҡ­мағыҙ, ҡыйыуыраҡ булығыҙ. Аҙна аҙағында өҫтәмә аҡса эшләп алыу мөмкинлеге килеп сығыр. Уны ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
БУҒА
Шаршамбы һәм йома аҙна­ның ғына түгел, ә ғөмүмән ай­ҙың иң уңышлы көндәре бул­маҡсы. Бар эштәрегеҙ ҙә ыңғай хәл ителер. Шуға күрә иң мөһим эштә­ре­геҙҙе тап ошо көндәргә планлаш­тырығыҙ. Ғаилә ҡороу өсөн дә ҡулай мәл.
ИГЕҘӘКТӘР
Ысынбарлыҡтан “китмәгеҙ”. Хыялдар менән йәшәүҙе туҡтатып, донъяға реаль ҡарай башлағыҙ. Был үҙенең һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмаҫ. Ҙур ғына сумма аҡсағыҙ сығыуы ихтимал. Уйлап тотоноғоҙ.
ҠЫҪАЛА
Һеҙгә ял итергә ваҡыт етте. Организмығыҙҙы “көсләмәгеҙ”. Ялһыҙ эшләүҙән бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ. Тәбиғәт ҡосағына сығығыҙ. Ғаилә ағзаларын, балаларығыҙҙы ла үҙегеҙ менән алырға онотмағыҙ.
АРЫҪЛАН
Яҡындарығыҙ менән сабыр булығыҙ. Үҙегеҙҙең хаҡлы икәнегеҙҙе белһәгеҙ ҙә, шым ҡалыу күпкә отошлораҡ. Тауыш­тың күсемһеҙ милек сәбәпле сығыуы ихтимал. Барлыҡ документтарығыҙҙы ла ваҡытында рәткә килтерергә кәңәш итәбеҙ.
ҠЫҘ
Нисек эшләйһегеҙ – шулай ашайһығыҙ. Көс һәм ты­рышлыҡ һалаһығыҙ икән, бының емештәрен шунда уҡ күрәсәкһегеҙ. Ялҡауланып ятһағыҙ, уңышҡа өмөтләнмәгеҙ ҙә. Ял итеү өсөн ҡулай осор. Шәхси тормошто яйға һалыу өсөн дә уңай мәл. Яңғыҙҙар, файҙаланып ҡалығыҙ.
ҮЛСӘҮ
Ҡабалан ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Икеләнгән саҡта үҙе­геҙҙе тыңлағыҙ. Хеҙмәттәштә­ре­геҙ ҙә, ғаилә ағзалары ла был осорҙа дөрөҫ кәңәш бирә алмаҫ ке­үек. Эштәр өсөн аҙнаның уртаһы уңышлы.
САЯН
Һаулыҡ менән шөғөлләнә тор­ған мәл. Әллә ҡасан табип­та булғанығыҙ юҡмы? Бары­ғыҙ! Ҡурҡыныс сирҙәр тап­ма­һа­лар ҙа, кәрәкле кәңәштәр ишетер­һе­геҙ. Алдығыҙға ҡуйған пландарҙың ба­ры­һын да үтәйем тип, артыҡ көс һал­мағыҙ. Барыбер өлгөрә алмаясаҡһығыҙ.
УҠСЫ
Һеҙҙең өсөн үтә уңышлы мәл етте. Үҙегеҙҙең матур си­фаттарығыҙҙы файҙаланып, эштәге лә, шәхси тормоштағы ла проблемаларҙы хәл итергә мөмкин. Матур итеп йылмайыу, асыҡ күңелле булыу ҙа етә бының өсөн.
ЫЛАҠ
Ижад өсөн бик матур осор. Һеҙ уйлаған нимәләр мотлаҡ яҡындарығыҙға оҡшаясаҡ. Аҡса менән иплерәк булығыҙ. Бушҡа-юҡҡа әрәм итмәҫкә тырышығыҙ. Тиҙ арала уларҙың кәрәк булыуы ихтимал.
ҺЫУҒОЯР
Әүҙем һәм инициативалы булһағыҙ, һеҙҙе етәкселек күрәсәк һәм баһалаясаҡ. Иң ҡыйыу идеяларығыҙҙы ла тормошҡа ашыра алаһығыҙ. Ғаилә ағзалары менән йомшағыраҡ булығыҙ, ҡайһы ваҡыт уларға һеҙҙең иғтибарығыҙ етмәй китә.
БАЛЫҠ
Ғәйбәткә ышанмағыҙ һәм үҙегеҙ ҙә уларҙы таратмағыҙ. Элекке эштәрегеҙҙе теүәлләү менән шөғөлләнегеҙ. Айырыуса ял итергә китеүселәргә ҡағыла был.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/yondo-nam-22-28-iyul/
Читайте нас в