Ҡурай
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август 2019, 02:13
Милли проект буйынса – 48 километр
Милли проект буйынса – 48 километр
Баш ҡалала 1 августан Краснодон урамын ремонтлай башланылар.
Ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, Цюрупанан Пархоменко урамынса дауам иткән арауыҡты “Комстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарасаҡ. Эш бында 15 сентябргә тиклем дауам итәсәк, сифатлы юл япмаһы, тротуарҙар барлыҡҡа киләсәк. Водителдәргә ошо осорҙа альтернатив юлдар табырға тәҡдим ителә.
Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса Өфөлә 48 километр самаһы урам-юл селтәрен ремонтлау планлаштырыла. Проект 2024 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк. Проекттың төп маҡсаты – юл селтәренең авариялы, хәүефле урындарын, юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарын кәметеү, нормативҡа ярашлы юлдарҙың һанын арттырыу.
Фото: bashinform.ru
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
Автор: Г. БАЛТАБАЕВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/milli-proekt-buyynsa-48-kilometr/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан