Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2019, 08:10
Милли проект: тағы бер юл сафҡа инде
Милли проект: тағы бер юл сафҡа инде
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала быйыл 151 объектта эш башҡарыу планлаштырыла.
Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 24 автомобиль юлы участкаһы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ райондарында 55 урам-юл селтәре ремонтланасаҡ.
Бөгөн дәүләт комиссияһы III категория төбәк әһәмиәтендәге Кушнаренко районындағы Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы юлының участкаһын ремонттан һуң ҡабул итте. Урында юл лабораторияһы ла эшләне.
Ремонт быйыл май айында башланғайны. План буйынса ул сентябрь аҙаҡтарында тапшырылырға тейеш булһа ла, юлсыларҙың өлгөрлөгө эште тиҙерәк тамамлауға килтерҙе. Унда 30 эшсе, 15 берәмек техника ҡатнашты. Юл йүнәтеүҙе “Инфодорстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарҙы.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#ВладимирПутин
Фото: БР Юл хужалығы идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/milli-proekt-ta-y-ber-yul-saf-a-inde/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан