Ҡурай
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2019, 11:18
Ағиҙел спортсыһы Филүс Сәлимов 50 килограмм ауырлыҡтағы штанганы 80 тапҡыр күтәреп еңеү яулаған
Ағиҙел спортсыһы Филүс Сәлимов 50 килограмм ауырлыҡтағы штанганы 80 тапҡыр күтәреп еңеү яулаған
Мәләүездә үткән инвалидтар араһында штанга һәм гер күтәреү спорты буйынса республика ярыштарында Ағиҙел спортсыһы Филүс Сәлимов еңеү яуланы. Ул 50 килограмм ауырлыҡтағы штанганы 80 тапҡыр күтәрҙе.
Бер нисә йыл элек аварияға эләгеп, Филүс йөрөү һәләтен юғалта. Әммә был фажиғә йәш кешене һындырмай, спорт уның тәнен һәм рухын нығыта. Филүс өйөндә күнекмәләр яһай, спорт мәктәбе тренажерҙарында шөғөлләнә, бассеейнға йөрөй. Аяҡһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, еңел машина йөрөтә, йәй көндәрендә ауылға күсенеп китеп, бал ҡорттарын ҡарай, йорт ҡоштарын үҫтерә.
Филүс Сәлимов терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында үткәрелгән ярыштарҙа даими ҡатнаша, һәм, ҡағиҙә булараҡ, гел еңеү яулай.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан