Ҡурай
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 17:41
Йәш техниктар өсөн күнекмәләр хәҙер тағы ла фәһемлерәк буласаҡ.
Энергетиктар Яңауыл йәш техниктар станцияһына бүләк менән килгән
Яңауыл йәш техниктар станцияһына «Яңауыл электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Роман Сахратов ҡунаҡҡа килде.
Ул «Электроника» һәм «Ярыш робототехникаһы» берләшмәләрендә шөғөлләнеүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар менән аралашты. Йәш техниктар өсөн күнекмәләр хәҙер тағы ла фәһемлерәк буласаҡ. Ни өсөн тигәндә, йәш техниктар станцияһына бағыусы ярҙамы менән бик күп йыһаз алынды. Был микроэлектроника, Arduino контроллерҙар йыйылмаһы, З D принтер өсөн йыйылма, эҫе һауа менән иретеп йәбештереү станциялары һәм башҡалар.
Роман Фәнис улы: «Кадрҙарҙы бәләкәй саҡтан уҡ тәрбиәләргә кәрәк»,- ти.
Әйткәндәй, предприятие һәм йәш техниктар станцияһы араһында быйыл апрель айында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Был сара иһә уның матур башланғысы ғына.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан