Ағиҙелдең йәш спортсылары Николо-Березовкала үткән республика ярыштарында уңышлы сығыш яһаны
«PRO-движение» һынатманы!
Октябрь башында Краснокама районы Николо-Березовка ауылында фитнес-аэробика буйынса республика кубогы үтте. Унда Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан дүрт йөҙләп спортсы көс һынашты.
Ағиҙел ҡалаһы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Наталья Осипова етәкләгән «PRO-движение» секцияһынан өс команда ҡатнашты .