Яңауыл районы Ямаҙы ауылы китапханаһында шахмат буйынса турнир үтте
Яңауыл районы Ямаҙы ауылы китапханаһында Асауҙыбаш, Мәсәғүт, Ямаҙы ауыл биләмәләре һәм күрше Тәтешле районының Шулған ауылынан һигеҙ көслө уйынсы араһында шахмат буйынса сираттағы турнир уҙҙы.