Ҡурай
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 21:05
ТӘРБИӘГӘ АЛЫНҒАН БАЛАЛАР ПОСОБИЕҺЫ АРТА
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында 2020 йылдың 1 ғинуарынан патронат һәм тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә түләнә торған пособиеларҙы 4 процентҡа арттырыу тураһында закон ҡабул ителде.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 2020 йылдан опека һәм попечителлек мәсьәләләре БР Мәғариф министрлығы компетенцияһынан БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына күсерелде. Закон проекты ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләгә алған граждандарға социаль ярҙам сараһы булараҡ эшләнгән. Бындай ғаиләләргә тәғәйенләнгән пособиелар күләменең артыуына өҫтәмә рәүештә 68,4 миллион һум аҡса бүленгән. Миҫал өсөн, әгәр бөгөн тәрбиәгә бала алған ата-әсәләргә түләнгән пособие күләме 9374 һум тәшкил итһә, 2020 йылда ул 9748 һум буласаҡ. Бөгөн 3 йәштән өлкәнерәк балаларҙың ата-әсәләре 7814 һум алһа, 2020 йылдың 1 ғинуарынан был сумма 8126 һумға етәсәк.
Сығанаҡ
https://alsh-vesti-b.rbsmi.ru/articles/i-tibar/T-rbi-g-alin-an-balalar-posobie-i-arta-48250/
Фото pixabay
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан