Ҡурай
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2020, 19:15
Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай
Баҡтиһәң, ҡайһы бер емеш һуттарын, ҡайнатмаһын оҙаҡ һаҡларға ярамай. Сейә, абрикос төшөндә амигдалин (В17 матдәһе) бар.
"Ике-өс йыл ултырған һуттарым, компоттарым бар". Таныш-тоноштан ошондай хәбәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын.
Баҡтиһәң, төшлө емеш һуттарын, ҡайнатмаһын оҙаҡ һаҡларға ярамай. Сейә, абрикос төшөндә амигдалин (В17 матдәһе) бар, аҙ миҡдарҙа ул рактан һаҡлай. Оҙаҡ торғанда, зыянлы синиль кислотаһына әүерелә.
Яңы ғына әҙерләнгән ҡайнатма, компоттағы амигдалин кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәй. Оҙағыраҡ һаҡланған һайын синиль кислотаһы миҡдары арта. Шуға төшлө емештәрҙән ҡышҡы запастарҙы бер йылда ҡулланып бөтөргә кәрәк.
Фото: koolinar.ru
Автор: Венер Исхаҡов
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/utti-kompotti-o-a--a-lar-a-yaramay-125249/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан