Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2020, 22:25
Банан менән шоколадтан десерт
Уның өсөн 300 грамм эремсек, 300 грамм крем-сыр, 50 грамм аҡ май, ике аш ҡалағы шәкәр, бер ҡап ваниль шәкәре, ике банан кәрәк. Крем өсөн: 100 грамм ҡара шоколад, 150 миллилитр һөт өҫтө, 50 грамм сәтләүек кәрәк.
Әҙерләй башлайбыҙ. Айырым һауытҡа ваниль шәкәренә, эремсекте, аҡ майҙы, крем-сырҙы ҡушып туғыйбыҙ.
Оҙонсараҡ һауытҡа әрселгән бананды һалабыҙ ҙа, эремсек ҡатнашмаһы менән өҫтөн ҡаплайбыҙ. Уны ҡалаҡ менән рулет формаһында әүәләйбеҙ. Һыуытҡысҡа бер сәғәтткә ҡуябыҙ. Шунан грек сәтләүеген блендерҙа ваҡлайбыҙ.
Артабан крем әҙерләргә тотонабыҙ. Шоколад киҫәктәрен иретеп, ҡуйы һөт өҫтөн һалып, һәйбәтләп болғатабыҙ.
Эремсекле десертҡа крем менән ҡойоп, сәтләүек һибәбеҙ.
Тәмле ризығыбыҙ әҙер ҙә булды.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото:
Ok.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/yal-s-tend/Banan-men-n-shokoladtan-desert-131080/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан