Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2020, 16:10

Байрамда спектакль ҡаранылар

Краснокама районы Яңы Йәнйегет ауылы мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә Шәриф Хөсәйеновтың "Егерме йылдан һуң" драмаһы ҡуйылды.

Спектаклде мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр "Тамаша" коллективы сәхнәләштерҙе. Глүзә Ғарипова, Нәрисә Садыҡова, Алмаз Саттаров, Наилә Йосопова, Фәүзиә Әхтәмова, Румия Ғәлиева башҡарған ролдәр тамашасы күңеленә үтеп керҙе.
Байрамдың икенсе өлөшөн концерт дауам итте. Сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, Афғанстан, Чечня, Дағстан, Осетия һуғыштарында ҡатнашыусыларҙы иҫкә алып, ауылдың армия сафтарында хеҙмәт иткән егеттәрҙе хөрмәтләп, презентация күрһәтелде.
Байрам ҡунағы Рәүеф Төхбәтуллин гармун моңо менән сараны тағы ла йәмләндерҙе. Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән тамашсыларҙы күңелле ял иттерҙе.
Читайте нас в