Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2020, 22:00
Был юлы – 10 мең дана аҙыҡ-түлек йыйылмаһы!
Республикала “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек” акцияһының икенсе тулҡыны башланды.
Был акцияның ойоштороусыһы – “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Аҙыҡ-түлек йыйылмаларын төбәктәге мохтаж булғандар адреслата аласаҡ. “Ирекмәндәр тарафынан аҙыҡ-түлек йыйылмаларының беренсе партияһы ярайһы уҡ тиҙ таратылды. Әммә шул уҡ ваҡытта “Берҙәм Рәсәй”ҙең колл-үҙәгенә ярҙам һорап шылтыратыуҙар дауам итә. Шуға был акцияны дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде”, – тип хәбәр итте “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Был юлы 10 мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыласаҡ. Унда – урындағы етештереүселәрҙән иң кәрәкле һәм сифатлы ризыҡтар: ярмалар, консервалар, тәм-том һәм башҡа һыуытҡыста һаҡлауҙы талап итмәгән тауарҙар. “Был юлы ярҙам аҙ килемлеләр исемлеге буйынса түгел, ә республикала йәшәүселәрҙең ғаризалары буйынса адреслата күрһәтеләсәк. Беҙгә, “ҡыҙыу бәйләнеш”кә, оло йәштәгеләр ҙә, шулай уҡ пандемия арҡаһында ауыр тормош хәленә тарығандар ҙа мөрәжәғәт итә”, – тине “Берҙәм Рәсәй” ҡарамағындағы “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Оскар Лютов.
Ярҙам күрһәтеү өсөн ғаризалар төбәк колл-үҙәгенең 8-800-201-89-03, шулай уҡ республика райондарындағы һәм ҡалаларындағы “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәр штабтарының “ҡыҙыу бәйләнеш”е телефондары буйынса ҡабул ителә.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Сығанаҡ
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан