Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2020, 16:05

6 ИЮНДӘ ЗЫЯРАТТАР АСЫҠ БУЛАСАҠ

Башҡортостан Башлығы указы менән 2 май Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө тип иғлан ителгәйне. Ләкин, быйылғы эпидемиологик хәлгә бәйле, уны 6 июнгә күсерергә хәл ителде.

Указға ярашлы, 6 июндә зыяраттар асыҡ буласаҡ.Һәр кеше унда барып-ҡайта алһын өсөн муниципалитет етәкселәре зыяраттарға маршрут ойошторорға тейеш.
Башҡортостан Башлығы указы менән 2 май Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө тип иғлан ителгәйне. Ләкин, быйылғы эпидемиологик хәлгә бәйле, уны 6 июнгә күсерергә хәл ителде.
Указға ярашлы, 6 июндә зыяраттар асыҡ буласаҡ.Һәр кеше унда барып-ҡайта алһын өсөн муниципалитет етәкселәре зыяраттарға маршрут ойошторорға тейеш. Был турала кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Зыярат биләмәһе, кәртәләр буялырға, йәйәүлеләр юлы асфальт менән түшәлгән булырға тейеш, сүп-сар сығарыуҙы ла ойоштороу кәрәк. Зыярат кәртәһендә мәғлүмәт стенды – схемаһы, унда булыу ҡағиҙәләре, эш режимы, бында ерләнгән билдәле шәхестәр, хәрби хәрәкәттәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында һе белешмә ҡуйылырға тейеш.
6 июндә зыяраттарҙы йыйыштырыу буйынса ойошторолған өмәләрҙә коммуналь хеҙмәттәр, предприятиелар һәм унда ерләнгән кешеләрҙең яҡындары ҡатнашасаҡ. Ирекмәндәр ҙә ярҙам күрһәтәсәк, улар кешеләр тарафынан социаль дистанция үтәлеүен тикшерәсәк.
Читайте нас в