Ҡурай
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 14:05
6 июндә ҡаланың барлыҡ зыяраттарына «Башавтотранс» автобустары йөрөй
Башҡортостанда 6 июндә – Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнөндә барлыҡ ҡалаларҙа зыяраттарға «Башавтотранс» автобустары йөрөй.
Дөйөм алғанда, Өфө, Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Учалы зыяраттарына 1160-тан ашыу рейс башҡарыу планлаштырыла. Уларҙың күпселеге Өфөгә тура килә. Төньяҡ зыяратҡа – 200, ә Көньяҡҡа – 400-гә яҡын рейс.
Өфөнөң Көньяҡ зыяратын был шәмбе 30-сы «Пушкин сауҙа-сервис комплексы — СТО» һәм 30К «Башҡортостан» сауҙа үҙәге— СТО» маршруттары буйынса 29 автобус хеҙмәтләндерә. Бынан тыш, ошо зыяратҡа «Һалле урамы» туҡталышынан өҫтәмә автобустар йөрөй.
Төньяҡ зыяратты 15-се «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» мәҙәниәт һарайы — Тимашев ҡасабаһы» маршруты буйынса 15 автобус хеҙмәтләндерә, шулай уҡ «Колхоз баҙары» туҡталышынан өҫтәмә 10 автобус китә.
Автобустарҙың ваҡыт арауығы, пассажирҙар ағымына ҡарап, 5-10 минут була.
Өфөлә махсус маршруттар пассажирҙарҙы иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем хеҙмәтләндерә.
http://www.bashinform.ru/news/1458597-6-iyunya-avtobusy-bashavtotransa-budut-kursirovat-do-vsekh-gorodskikh-kladbishch/
Галина Бахшиева
Фото: Андрей Старостин
Сығанаҡ
http://www.bashinform.ru
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан