Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2020, 18:35
Кальянға сик ҡуйылды
Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында тирә-яҡтағы тәмәке төтөнө тәьҫиренән һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында» закон проектын хупланы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында тирә-яҡтағы тәмәке төтөнө тәьҫиренән һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында» закон проектын хупланы. Уға ярашлы, ҡайһы бер йәмәғәт урындарында тәмәке, шул иҫәптән кальян, тартыуға өҫтәмә сикләүҙәр барлыҡҡа килде.
Бындай тыйыу парктарға, скверҙарға, майҙандарға, яр буйҙарына, йәмәғәт транспорты туҡталыштарына, ер аҫты һәр ер өҫтө үткәүелдәренә, гараждарға, туҡталҡаларға, ял итеү, туризм, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән территорияларға, асыҡ һауала театр-концерт, спорт, ижтимағи-сәйәси саралар үткәреү урындарына ҡағыла.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан