Ҡурай
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2020, 00:20
Башҡортостан хужалыҡтары рапс һәм соя үҫтергән өсөн субсидия алырға мөмкин
Республика ошо культураларҙы үҫтергән 39 төбәк иҫәбенә инде.
Башҡортостан предприятиелары рапс һәм соя етештергән өсөн федераль субсидия алырға мөмкин. Республика ошо культураларҙы үҫтергән 39 төбәк иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан. Финанслауҙың дөйөм күләме – «Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә сығарыу» федераль проекты сиктәрендә 3,3 миллиард һум.
Әлегә ошо мәсьәлә буйынса дөйөм мәғлүмәт кенә бар: дәүләт ярҙамы тышҡы баҙарҙа һорау менән файҙаланған майлы культураларҙы эшкәртеү продукцияһын етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтелгән, тиелә.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, ағымдағы миҙгелдә рапс сәсеүлектәре – 32,7 мең гектар, соя 2,6 мең гектар тәшкил иткән.
Рапс етештереү күп сығым талап итә – махсус агрегаттар, технологияларҙы үтәргә, һәйбәт үҫһен өсөн ашлама кәрәк, баҫыуҙарҙы сүп үләндәренән һәм ҡоротҡостарҙан эшкәртеү мотлаҡ. Ә уңышҡа һәм майға хаҡтар күп осраҡта баҙарҙағы конъюнктураға бәйле.
Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
https://www.bashinform.ru
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан