Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2020, 18:57
Ҡысҡырығыҙ!
Хис-тойғолар йөрәккә һыймайынса, тамаҡ төбөндә төйөр ише тығылып тора икән, бындай ваҡытта мотлаҡ күңелде бушатыр кәрәк. Был осраҡта психиатр Юрий Вяльба ҡысҡырырға кәңәш итә.
Әммә быны башҡаларға ҡамасауламаҫлыҡ итеп эшләргә кәрәк.
— Фатирҙа йәки урманда ҡысҡырырға мөмкин. Был көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итә — эмоциялар энергияһы кешенең эсендә ҡалмай, уны психологик йәһәттән ҡаҡшатмай, ә тышҡа китә, — ти табип.
Әлбиттә, был ысул ҙур проблемаларҙы хәл итмәҫ, психоаналитик менән эшләүҙе лә алыштырмаҫ, шулай ҙа көслө эске көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итер.
Шул уҡ ваҡытта белгес, ҡул аҫтыңда эшләгәндәргә йә хеҙмәттәштәргә ҡысҡырырға ярамай, тип белдерә. Сөнки был мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырыуға килтерәсәк. Ҡысҡырыуҙы фәҡәт үҙеңде борсоған эске проблемаға арнарға һәм быны яңғыҙ ҡалғанда эшләргә кәрәк.
Әйткәндәй, ҡысҡырыу ысулын психотерапевтар дауалау барышында бер алым булараҡ ҡуллана.
Сығанаҡ:
bash.rbsmi.ru
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан