Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2020, 22:30
Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль «Ете ҡыҙ» фонтаны янында сығыш яһай
Сара милли кейем көнөнә һәм 81-се концерт миҙгелен асыуға арнала.
Өфөлә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Ете ҡыҙ» фонтаны янында сығыш яһай. Сара милли кейем көнөнә һәм 81-се концерт миҙгелен асыуға арнала.
Сығыш 10 сентябрҙә киске сәғәт 7-се 30 минутта «Ете ҡыҙ» фонтаны янында була.
Ғәскәровсылар «Йәнле легенда» проекты менән таныштыра һәм башҡорт халыҡ бейеүе «Ете ҡыҙ»ҙы башҡара.
Миҙгел асыу тантанаһы 18 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында ойошторола.
«Оҙайлы тәнәфестән һуң ғәскәровсылар йәнә ҙур сәхнәлә концерт программаһы менән сығыш яһай. Ансамбль тамашасыға ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» исеменә һәм «Биш континент» алтын миҙалына лайыҡ булған «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим итә, — тип хәбәр итте ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова. — Концертта бөтә санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү мотлаҡ. Тамашасыларҙы битлектә килеүҙәрен һорайбыҙ».
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан