Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2020, 23:25
Краснокамала - фажиғә...
Кисә Краснокама районының Арлан - Әшит автомобиль юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы була. Бер кешенең ғүмере өҙөлә, биш пассажир төрлө тән йәрәхәттәре ала.
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, ҙур тиҙлектә килгән "Porsche Cayenne" водителе машинаға идара итеүҙе юғалтып, юлдан ситкә оса. Автомобиль түңкәрелә. Салонда алты пассажир була. Улар араһынан 1978 йылғы кеше (Нефтекама ҡалаһынан) авария урынында уҡ йән бирә, ҡалғандары төрлө ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Вафат булған пассажирҙың хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгәне асыҡлана. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре тикшерелә.
Көндәрҙең кинәт һыуытыуы, ҡайһы бер райондарҙа ҡарлы ямғыр яуыуы көтөлә, тимәк, республика юлдарында тайғаҡ, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Республиканың дәүләт автоинспецияһы юлдарҙа тиҙлек режимын һаҡлау, абай булыу мөһимлеге хаҡында иҫкәртә.
Фото: miasskiy.ru
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Krasnokamala-fagi-555555/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан