Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2021, 23:22

«Иң яҡшы подъезд” номинацияһында - өсөнсө урын

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә иң яҡшы күп фатирлы йорт, ихата һәм подъезды асыҡлау буйынса һәм “Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы” конкурсында еңеүселәрҙе билдәләне.

Ағиҙел ҡалаһындағы Академик Курчатов урамындағы 1/11 һанлы йорттоң 21-се подъезы “Иң яҡшы подъезд” номинацияһына өсөнсө урын яуланы. Призлы урын өсөн подъезд 100 мең һумлыҡ приемия аласаҡ.
Йорт Советы рәйесе Валентина Зубарева һөйләүенсә, конкурсҡа әҙерләнгәндә ғаилә тематикаһын үҫтерергә булғандар. Подъезд фойеһы стенаһына парлы ҡоштар һүрәте төшөрөп, “Яңғыҙ йәшәп булмай” тигән девиз яҙып ҡуйғандар. Шулай уҡ стеланарға ағастар, ҡоштар һүрәттәре төшөргәндәр.
Читайте нас в