Ҡурай
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 13:01
Быйыл төбәк юлдарында 500 камера ҡуйыла
Был юл хәрәкәтенә ыңғай йоғонто яһарға һәм үлем менән бәйле аварияларҙы кәметеүгә булышлыҡ итер тип көтөлә
Быйыл республикала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәү маҡсатында тағы ла 500 камера ҡуйыу планлаштырыла, шул иҫәптән юл саттарында һәм йәйәүлеләр үткәүелдәрендә. Беренсе кварталда федераль трассаларҙа тәүге 50 камера урынлаштырыласаҡ. Был юл хәрәкәтенә ыңғай йоғонто яһарға һәм үлем менән бәйле аварияларҙы кәметеүгә булышлыҡ итер тип көтөлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республика йортонда уҙған “Транспорт сәғәте”ндә ошо һәм юл хужалығының башҡа көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жулько төбәк юлдарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәгән өҫтәмә комплекстар ҡуйыу планы менән таныштырҙы. Былтыр республикала 1015 камера эшләгән, шул иҫәптән 946-ыһы – стационар.
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Радий Хәбиров юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләләрен, шул иҫәптән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү системаларының эшен “Транспорт сәғәте” ултырыштарында квартал һайын ҡарарға тәҡдим итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Фото:
lenta.ru
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан