Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2021, 10:05

Эшҡыуарҙар бушлай ҡатнаша ала

Ташкентта “Төҙөлөш-UzBuild 2021” халыҡ-ара күргәҙмәһе ойоштороласаҡ

Башҡортостандағы эшҡыуарҙар халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә бушлай ҡатнаша аласаҡтар.
Тиҙҙән, 16 – 19 мартта, Ташкентта “Төҙөлөш-UzBuild 2021” халыҡ-ара күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Былтыр республикабыҙ предприятиелары ошо сарала сит ил эшҡыуарҙарын үҙ продукцияһы менән таныштырғайны.
“Башҡортостандың экспорт үҙәге сит илгә сығып үткәрелгән саралағы барлыҡ сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Был – күргәҙмә майҙанын ҡуртымға алыу, теркәү өсөн иғәнәләр, лингвистик йәһәттән ярҙам итеү. Компанияға самолетта осҡан, йәшәгән һәм шәхси сығымдарҙы ғына ҡапларға кәрәк буласаҡ”, – тип белдерҙе Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Бындай халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә башҡорт етештереүселәренең ҡатнашыуы өсөн кеүек ярҙам саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекттары ярҙамында мөмкин буласаҡ.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в