Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2021, 15:51

Яугир-интернационалистар хөрмәтенә

Никола-Березовкала яугир-интернационалистар хөрмәтенә саралар үтте.

Район китапханаһында “Тере хәтер” тип исемләнгән осрашыу ойошторолдо. Райондың интернационалист ветерандар ойошмаһы рәйесе Надир Зикрин осрашыуҙы асып, афғансыларҙың хеҙмәт йәшендә булып та, йылдан-йыл кәмеүен билдәләне. Быға тиклем Афғанстанда һуғышҡан 42 кеше иҫәпләнһә, һуңғы йылдарҙа 5-еһе яҡты донъя менән хушлашҡан.
Рәсәй Федерацияһының социаль иминиәт фондының Нефтекама бүлексәһе белгесе Зинира Шәғәлиева, Пенсия фондының район идаралығы начальнигы Руслан Ғарипов, район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, район ветерандар советы рәйесе Ольга Степкина сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Ә һуңынан Еңеү паркында яугир-интернационалистар хөрмәтенә төҙөлгән мемориал эргәһендә митинг үтте. Унда район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радик Ғилмуллин, район Советы рәйесе Руслан Ғарипов, “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Нефтекама ҡалаһы һәм Краснокама районы бүлексәләре рәйестәре Азат Ихаитдинов һәм Рөстәм Назаров, райондың интернационалист ветерандар ойошмаһы рәйесе Надир Зикрин, хәрби комиссариат вәкиле Игорь Гатов, район Советы депутаты Римма Фабер, район ветерандар советы рәйесе Ольга Степкина сығыш яһаны.
Артабан локаль һуғыштарҙа һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар һәм мемориалға сәскәләр һалдылар.
Читайте нас в