Ҡурай
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2021, 00:45

Студенттар митингка сыҡты

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған был тантаналы митингка БДУ-лағы Тарих һәм дәүләт идараһы институтының “Авангард” хәрби-патриотик клубы һәм Рөстәм Шаһабетдинов етәкселегендәге Хәрби саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек үҙәге ағзалары йыл һайын сыға.

Александр Матросов һәйкәленә сәскә һалыуҙа университеттың “Ватан” эҙәрмәндәр клубына берләшкән студенттары ла ҡатнашты. Уларҙың тантаналы йөрөшөнә БДУ-ның Ветерандар советы рәйесе, отставкалағы подполковник Николай Афанасьев менән тәрбиә эше буйынса идаралыҡ етәксеһе Венера Моратова етәкселек итте.
Александр Матросов һәйкәле эргәһендәге митингты Өфөләге Киров районының хәрби комиссары Ю.Н. Алферов асты. Ҡотлау һүҙҙәре менән райондың хакимиәт башлығы Илвир Нурдәүләтов, Ветерандар советы рәйесе Марс Әбдиев, “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек ойошмаһы вәкилдәре сығыш яһаны.
Фото: bashinform.ru.
https://bash.rbsmi.ru/articles/geroy-ar-d-ere/Studenttar-mitingka-si-ti-687801/
Читайте нас в