Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2021, 21:51

Йомғаҡтар яһалды, пландар билдәләнде

18 февралдә Ағиҙел ҡалаһы бишенсе саҡырылыш Советының алтынсы отчет ултырышы үтте.

Депутаттар алдында отчет менән ҡала советы рәйесе Рәсимә Синева һәм ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов сығыш яһаны. Ҡаланың социаль-экономик үҫеше буйынса ҡыҫҡаса доклад менән хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Платон Маслов сығыш яһаны.
Ултырышта Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәмсәбәттәре министрының урынбаҫары Дмитрий Суслин ҡатнашты. Ул республикала үткән “Йыл ҡаҙаныштары” конкурсының “Эшҡыуарға ярҙам итеү” номинацияһында еңгән өсөн Ағиҙел ҡалаһына Диплом тапшырҙы.
Читайте нас в