Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2021, 23:54

"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсында ҡатнашыусылар

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында V “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсының финалы үтте.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проекты авторы һәм етәксеһе – “Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы” ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереүҙе ойоштороу һәм йәмғиәттә уның ролен әүҙемләштереү йәмәғәт төбәк ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
V республика конкурсы былтыр 1 ноябрҙә старт алғайны. Ул ике этапта уҙҙы – муниципаль һәм республика кимәлендә. Йәғни беренсе тур район һәм ҡалаларҙа уҙҙы, муниципаль этапта еңгәндәр республика кимәлендә ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Ағиҙелдән конкурс финалына биш гүзәл зат сыҡты: мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Эльвира Чеснокова, 5-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсәниә Тимофеева, күп балалы әсә Фларида Харланова, 1-се балалар баҡсаһы мөдире Любовь Холбан һәм Ағиҙел ҡалаҙындағы “Берҙәм Рәсәй” партияһың сәркәтибе Флүрә Мифтахова.
Фларида Харланованы “Уңышлы һәм өлгөлө балалар үҫтергән күп балалы әсә” номинацияһында билдәләнеләр, Любовь Холбан “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Рәхмәт хатын алды, Флүрә Мифтахова «Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре» номинацияһында еңеүсе булды.
Фотола: Эльвира Чеснокова, Флүрә Мифтахова, Ләйсәниә Тимофеева, Любовь Холбан.
Читайте нас в